Главная » 2024 Май 16 » «Иң мөһим һүҙ - Ғаилә»
16:23 «Иң мөһим һүҙ - Ғаилә» | |
15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө. Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Халыҡ - ара ғаилә көнө сиктәрендә Түбәнге Һапаш мәктәбе уҡыусылары өсөн «Иң мөһим һүҙ - Ғаилә» исемле сара үтте. Беҙҙең һөйләшеү темаһын белер өсөн, кроссвордты сисергә кәрәкте ошо һүҙҙәр менән балалар менән әңгәмә башлай китапханасы. Балалар, кроссвордты сисеп, теманы тиҙ генә билдәләне.Артабан балаларға байрамдың тарихын һәм «ғаилә»һүҙенең мәғәнәһен һөйләне. Туғанлыҡ бәйләнештәренең тәртибе тураһында белделәр уҡыусылар: кем кемгә тура килә (ҡыҙ, ул, ағай, апай, ағай, инәй һ.б. А.Бартоның «Ҡыҙым менән Һөйләшеү» шиғырын уҡып, туғандарына ҡарата күңел йылыһы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша. Балалар «Встаньте все те...», «Народная мудрость гласит», «Родственные отношения», «Семейный ужин» конкурстарында ҡатнашып, командаларға бүленеп, хәрәкәтсән уйындарҙа ҡатнаштылар. | |
Категория: Новости СК, СДК | Просмотров: 182 | | |
Всего комментариев: 0 | |