Главная » 2020 » Декабрь » 16 » "Башҡорт рухы минең йәнемдә!"
10:04
"Башҡорт рухы минең йәнемдә!"
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!”
(Мифтахетдин Аҡмулла)

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы .

Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән бөйөк сәсәндәр.

Башҡорт теле көнө уңайынан ауыл мәҙәниәт усаҡтары араһында Күгәрсен район мәҙәниәт йорто иғлан иткән “Башҡорт рухы минең йәнемдә!” шиғриәт онлайн-конкурсында туған телебеҙгә битараф булмаған 29 шиғриәт һөйөүсе ҡатнашты.

Бигерәк тә шиғриәт һөйөүселәр араһында Күгәрсен ауылынан Алиса Маннанованы, Тәүәкән ауылынан Рәйсә Ремееваны, Воскресенка ауылынан Кожевникова Регинаны, Назаркинонан Ишарина Юлиәне, Ерекле ауылынан Мазитова Айсиләне һәм Райхана Әмирханованы, Исем ауылынан Рәфис Казбаковты, Яҡшембәт ауылынан Гөлназ Ғилманованы билдәләп үтке килә. Иғлан ителгән шиғриәт онлайн конкурсында ҡатнашҡан шиғриәт һөйөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм халҡыбыҙҙың туған телебеҙгә сикһеҙ һөйөүе юғалмаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ысынлап та, башҡорт теленең киләсәге – беҙҙең ҡулыбыҙҙа! Әгәр һәр беребеҙ телебеҙҙе яратып өйрәнһә, башҡаларҙың да ихтирамын яулай алһа, телебеҙ мотлаҡ йәшәр! Ә телебеҙ булһа, милләт йәшәй, туплана тел ярҙамында киләсәккә юл ярыр!

“Бабайҙарҙан, әсәйемдән ҡалған-
Ғүмер буйы тапҡан милкемде.
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ туған телемде”.- тип, башҡорт шағиры Риф Мифтахов юҡҡа әйтмәгән.

Альбина Григорьева-район мәҙәниәт йортоноң мәҙәниәт саралар буйынса менеджеры.
Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 473 | Добавил: РФ
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда