Главная » 2024 » Май » 16 » Бөгөн — Халыҡ-ара ғаилә көн
16:19
Бөгөн — Халыҡ-ара ғаилә көн
Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған.

Ғаилә ул — мөхәббәт,
Ғаилә ул — шатлыҡ,
Ғаилә ул — изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул — бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ғаилә — ул балалар!
Ә барыһы бергә ул — БӘХЕТ!

Ауыл клубында ғаилә көнөнә арналған "Ғаилә альбомы" исемле сара үткәрелде. Һәр кем үҙенең фотоальбомын алып килгән. Ғаилә ҡиммәттәре,традициялары менән таныштырҙылар. Элекке фотоларға ҡарап һәр кем үҙ баласағын, йәш саҡтарын иҫенә төшөрҙө. Ғаилә тураһында мәҡәлдәр әйтешеп, йомаҡ ҡойошоп командаға бүленеп уйнанылар. Сара аҙағында сәй эсеү ойошторолдо.

Категория: Новости СК, СДК | Просмотров: 135 | Добавил: РФ | Теги: Салиховский СК
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда