Главная » 2020 » Октябрь » 30 » "Онотолмаҫ йәшлек... гармунлы йәшлек!"
21:09 "Онотолмаҫ йәшлек... гармунлы йәшлек!" | |
![]() Зөлфиә апайҙың шиғырҙарына күп кенә йырҙар ижад ителгән һәм билдәле йырсылар башҡарыуында ҙур сәхнәләрҙән яңғырай. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың “Гармунлы йәшлек” шиғырына Рәмил Туйсин көй яҙған. Был матур йырҙы билдәле йырсы Баязит Байназаров сәхнәгә сығарған. Был йыр һеҙҙең күңелдәрҙә лә урын табыр тип ышанабыҙ! Урам буйлап гармундарға Бер йырлап уҙам, Йәшлегемде иҫкә алып Моңло көй һуҙам: “Үтте лә китте йәшлегем, Һиҙмәй ҙә ҡалдым”. Күҙ йәштәрем һөртә - һөртә Уйҙарға талдым. Эй һин, гармунлы йәшлегем, Һағындыраһың, Саҡырһам да ҡайтмайһың шул, Ялындыраһың. Бар кеүек ине йәш саҡтар Мәңге үтмәҫлек. Ҡайҙарҙа ғына ҡалдың һин Гармунлы йәшлек?!! Автор - Гульназ Саитбатталова Источник - moradim.rbsmi.ru | |
|
Всего комментариев: 0 | |
| |