Главная » 2019 » Февраль » 25 » "Йыр ҡанатым - Аҡбуҙатым!"
12:09
"Йыр ҡанатым - Аҡбуҙатым!"
Күгәрсен ере бихисап таланттарға ҡанат биргән. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып, донъяны балҡытып йәшәгән яҡташтарыбыҙ күп беҙҙең. Шулар араһында матур-моңло йырҙар ижад итеп, илһамланып йәшәгән һәүәҫкәр композиторыбыҙ ҙа бар ине…

Дамир Миңлейәр улының яҙылып та, йырланып өлгөрмәгән әллә күпме йырҙары ҡалды. Ғүмере, йырҙағыса, күккә атылған яҡты йондоҙ кеүек иҫ киткес матур булып балҡып, бөтмәҫ үкенес тойғоһо ҡалдырып, мәңгегә өҙөлдө. Уның ижад иткән йырҙарын “Был ғүмер”, “Дуҫтар менән”, “Яратам мин был тормошто!”, “Йәшлек йыры”, “Оло Эйек буйында”, “Аҡбуҙат” йырҙарын кемдәр генә яратып тыңламай икән?!

20 февральдә Күгәрсен район мәҙәниәт Һарайында композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамир Әҙелбаев исемендәге асыҡ район башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенең Гала-концерты булып үтте.

Районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт Һарайы менән иғлан ителгән был конкурс тәүге тапҡыр уҙғарыла.

Бәйгелә һайлап алыу турын һәм күп һынауҙар үтеп ҡырҡҡа яҡын ҡатнашыусылар араһынан 25 талантлы йырсы һәм 1 ансамбль Гала-концертта сығыш яһарға лайыҡлы булды.

1 –се урынға Юнир Кинйәбулатов, йәштәр араһынан Ильшат Рысаев;
2 –се урынға Наилә Йәғәфәрова, Таһир Ишимов, Шәүкәт Шәрипов, Земфира Собханғолова, Айгөл Искәндәрова;
3-сө урынға Кәрим Бустыбаев, Юлия Бикбаева Русалина Әлмөхәмәтова, Земфира Мрясова, Нәзифә Усарова, Фәрзәнә Мөхәмәтйәнова лайыҡ булдылар.

Конкурстың Гран-при яулаусыһы Руслан Фазлаев. Конкурста шулай уҡ Дамир Әҙелбаевтың ғүмер юлдашы Мәрйәм Мотаһар ҡыҙы башҡарыусыларға махсус приздар тапшырып, был конкурсты ойоштороусыларға һәм килгән тамашасыларға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Конкурстың шарты буйынса ҡатнашыусылар ике йыр башҡарырға – береһе Дамир Әҙелбаевтың ижад иткән йыры булһа, икенсе йыры ирекле, тимәк үҙе һайлаған йырҙы башҡарырға тейешле ине.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ, Дамир Әҙелбаевтың рухы үҙенең йыр-моңдары менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр, ә инде уның йырҙарын районыбыҙҙың һәүәҫкәр йырсылары йырлап һөйөндөрөп торор тип өмөтләнәбеҙ.

Альбина Григорьева, район мәҙәниәт Һарайының сценарийҙар ҡуйыу бүлеге мөдире.
Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 31 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда