Главная » 2020 » Декабрь » 7 » Лайыҡлы Әсәләргә - миҙалдар, бәхетле ғаиләләргә - сертификат!
09:47 Лайыҡлы Әсәләргә - миҙалдар, бәхетле ғаиләләргә - сертификат! | |
![]() Был данлы миҙалға Тәүәкән ауылында йәшәүсе Дәүләтбаева Гүзәл Данил ҡыҙы, Ялсы ауылынан Вәлитова Нурсилә Йәмил ҡыҙы, Новопокровка ауылынан Исәнбәкова Рәсимә Әхмәҙулла ҡыҙы лайыҡ булдылар. Республикабыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға етди иғтибар бирелә. “Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә беҙҙең районыбыҙҙа ла күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә сертификаттар тапшырылып килә. Бер тапҡыр тапшырыла торған дәүләт ярҙамы ғаиләләргә йорт төҙөргә, булған төҙөлөшөн теүәлләп ҡуйырға, торлаҡ һатып алырға ярҙам итәсәк. Быйылғы йыл ағымында районыбыҙҙа яҙ айында 6 миллион аҡса бүленеп социаль түләү таныҡлыҡтарын 4 ғаилә алып һөйөнһә, бөгөн иһә 7 миллиондан ашыу аҡса бүленеп 3 ғаиләгә тапшырылып үтте. Был дәүләт ярҙамына – Мораҡ ауылынын Шәмсиевтар ғаиләһе, Дауыт-Ҡайып ауылынан Кәримовтар ғаиләһе, Йомағужа ауылынан Юсуповтар ғаиләһе лайыҡ булды. Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын һәм бәхетле ғаиләләргә дәүләт ярҙамын Күгәрсен район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилмитдин улы Янбаев тапшырҙы. Ғаиләләрҙе һөйөнөслө ваҡиғалары менән ҡотлап, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ришат Бәҙретдинов, Нәғим Нуриманов, халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Ләйсән Мәүлетҡолова, Фәрүәз Минибаев дәртле моңдарын һәм йырҙарын бүләк иттеләр. Сара иҫтәлеккә дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды. Автор - Альбина Григорьева Фото - moradim.rbsmi.ru | |
|
Всего комментариев: 0 | |
| |