Дауыт-Ҡайып мәҙәни үҙәгендә уҡыусы балаларҙың яҙғы каникул ваҡытында, йәғни 25 марттан 1-се апрельгә тиклем төрлө саралар уҙғарылды. Бына улар, төрлө спорт ярыш-конкурстары, шашка, лото, "күҙ бәйләү", "аҡ тирәк-күк тирәк" уйындары. Уҡыусылар мәктәпкәсә йәштәге туғандарын да эйәртеп алып килгәндәр ине. Уйындарҙан һуң балаларға сок, сәйҙәр эсереп күңелдәрен күрҙек. Ауылыбыҙҙа урынлашҡан ат фермаһына экскурсияға барҙыҡ. Ә кистәрен юғары синыф уҡыусылары волейбол, баскетбол буйынса көс һынашты. Егеттәребеҙ 26 мартта Мораҡта уҙғарылған волейбол ярыштарында Тләүембәт ауыл биләмәһе команда составында ҡатнашып, почет грамоталары, бүләктәр алып ҡайттылар.
Минигуль Рахимова, заведующая Даут-Каюповским СК |