Беҙҙең Дауыт-Ҡайып ауылында йәйге каникулдың тәүге көнөндә походҡа сығыу, йолаға әйләнеп китте. Быйыл да уҡыусылар был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Тәбиғәт ҡосағында төрлө уйындар уйнап, тәм-томдар менән сәйҙәр эсеп, ял итеп ҡайттыҡ. "Бәхетле баласаҡ" тип аталған был поход йәйге каникулда уҙғарыласаҡ сараларҙы башлап ебәрҙе.