Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК
Просмотров: 374 | Теги: Тавакановский СМФК

"Армиянан ҡайтты егеттәр!"
Илде һаҡлау – изге бурыс. Тыуған ереңде дошмандарҙан ҡурсалау, уның именлеген тәьмин итеү – изге йола. Кеше ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, йәшәгән ерен дошмандан ҡурсалау уның төп бурысы һаналған. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сараға әрме сафтарында лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтҡан ауылыбыҙ егеттәре - Ильяс Әбдрәхимов һәм Азат Шәһәров саҡырылды. Кисә барышында улар әрме хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, төрлө һынауҙарҙа һыналдылар. Тамашасыларҙы байрам менән тәбрикләп "Сәңкем" халыҡ фольклор, "Күнйәп", "Йәйғор" балалар ансамблдәре, Альмира Әбдрәхимова, Фуат Әлмөхәмәтов, Азалия Шәһәрова, Нәҡиә Вәлитова, Ильшат Рысаев музыкаль бүләктәрен еткерҙеләр.

Гульдар Абдрахимова, директор Тавакановского СМФК
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда