 Балаларҙың йәйге каникулы башланыу менән Ялсы ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, каникулдарҙы файҙалы һәм күңелле үткәреү маҡсаты менән ихлас эш башлап ебәрҙе. Каникулдың беренсе көнө "Бәхетле бала саҡ" исемле яҙғы һабантуй байрамы менән башланып китте. Дәрестәрҙән арып, ялға туҡтаған уҡыусылар, дәртләнеп милли уйындарҙа ҡатнаштылар, йырланылар, бейенеләр, күңелле ял иттеләр. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын һаҡлаған был байрам, барыһына ла бик оҡшаны. Каникулдарығыҙ күңелле үтһен балалар!
Гузель Азнабаева, Муслима Зайнагабдинова |