Бикбулат мәҙәниәт йортонда "Хуш киләһең Яңы йыл!" исемле, бик матур кисә үткәрелде. Ш.Янбаев исемендәге театр коллективы, ҡуян йылына ҡарата "Ҡуян менән төлкө" әкиәтен сәхнәләштерҙе. Артабанда йыр-моң, бейеүҙәр, төрлө уйындар менән үрелеп барған байрам сараһы бик күңелле үтте. Иң ихтибарҙы йәлеп итеүсе береһенән-береһе сағыу, оҫта итеп теккән, әҙерләгән карнавал костюмдары булғандыр. Һәм "костюм яҡлаусыларҙа" ҙур әҙерлек менән килгәйнеләр.
Яйлап, "Ҡуян" йылына аяҡ баҫабыҙ. Ҡуян йылы - һаулыҡ, тыныслыҡ, изге хәбәрҙәр, уңышлы эштәр алып килһен. Илдәр тыныс, халыҡ-ара дуҫлыҡ нығынһын тип теләйек.
|