Главная » Статьи » Исимовский с/с » Салиховский СК
Просмотров: 79 | Теги: Салиховский СК

"Экскурсия бик ныҡ оҡшаны"
Сәлихтар бөгөн Мораҡ ауылында урынлашҡан тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм үҙәк район китапханаһына сәйәхәт ҡылдылар.

Музейҙа тарихи һәм археологик ҡомартҡыларыбыҙҙы күреп рухи яҡтан байып ҡайттыҡ. Экскурсия бик ныҡ оҡшаны. Үҙәк район моделле китапхана заманса йыһазландырылған. Китапханасылар беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы йөкмәткеле экскурсия ойошторҙолар. Балалар һәм ололар өсөн китапханала өр - яңы китаптар,мультмедиа бар. Ололарға иң ҡыҙығы заманса эшләнгән бәйләм станогы булды.

Районыбыҙҙың шундай күркәм урындарын барып күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда