Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК
Просмотров: 472

Тантаналы көн
2 февраль, Күгәрсен районы студенттары өсөн тантаналы көн булды. Студенттар Башҡортостандың беренсе президенты Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуған ауылы - Тәүәкәндә осрашты. Аҙна уртаһы, күптәрҙең уҡыу ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан студенттарҙың байтаҡ йыйылыуы барыбыҙҙы ла шатландырҙы.

Тантаналы мәл иртәнге 10 да башланды. Студенттар яҡташтарбыҙ башҡарыуында йыр-бейеүҙәр күҙәтте. Күгәрсен йәштәрен йырҙары менән ҡотлар өсөн яҡташыбыҙ, йәш йырсы RNT хатта Өфөнән дә килеп еткән. Концерт номерҙары район хәкимиәте башлығы Янбаев Ғайса Ғилмитдин улы, Иртөбәк агрофирма директоры Николаев Александр Геннадий улы, арҙаҡлы республика табибы Сагитов Наиль Абдулла улы һәм башҡаларҙың сығышы менән алмашынып торҙо. Ә Сәйфуллин Илнур Минниғәли улының былтырғы сығарылыш уҡыусыларына, йәки быйылғы беренсе курс студенттарына ГТО һөҙөмтәләренең миҙалдарын тапшырыуын әйтеп китмәүе мөмкин түгел.

"Кесе Эйек" ойошмаһы председателе Байназарова Айгөл дә сығыш яһап, район йәштәренә ойошманың ҡаҙаныштары, маҡсаттарын еткерҙе. Ҙур күләмле концерттан һуң барыһы ла мәктәп ашханаһында тамаҡланы. Артабан студенттар "Урал" физкультура һауыҡтырғыс комплексына юлланды. Кемдәрҙер волейбол ярышын күҙәтһә, икенселәр иһә Сәйфуллин Ильвир Минниғәли улының комплекс буйлап экскурсияһын тыңланы.Теләүселәрҙең бассейнда йөҙөү мөмкинлеге лә булды.

Волейбол ярышы һөҙөмтәләре ошолай:беренсе урынды Юмағужа ауылы, икенсе урынды Воскресенко ауылы , ә өсөнсө урынды инде Тәүәкән ауылы йәштәре яуланы. Байрам күңелле дискотека менән тамамланды.

Асылбаева Фәнисә
"Кесе-Эйек" пресс-центр ойошмаһы.
Фотолар Кугарчи ТВ төркөмөнән алынды.
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Отдел культуры
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда