Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК

Тамаша бүләк итте
19 ғинуар Тәүәкән ауылы тамашасыларына республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Нәғим Нуриманов ижадташ дуҫтары менән йырлы-моңло тамаша бүләк итте. Моңло тауышлы йырсы, оҫта ҡурайсы, композиторҙың ижадын үҙ иткән тамашасылар, йырҙарына ҡушылып йырлап, танһыҡ ҡурай моңдарын тын да алмай тыңлап ҙур алҡыштарға күмделәр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Рәхмәтуллинаның йырҙарын, концертты матур алып барыусы Альбина Григорьева, дәртле бейеүҙәре менән дәртләндереүсе республика, төбәк-ара конкурстар лауреаты Ильгиз Ниғәмәтуллин, баян моңдары менән концертты музыкаль яҡтан биҙәүсе Ильшат Илмөхәмәтов сығыштары күңелдәрҙә һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары менән бергә матурлыҡ, һағыш, рух, дәрт өҫтәне.

Күңеле моңдан яралған яратҡан йырсыбыҙ Нәғим Нуримановтың илһам шишмәләре урғылып аҡһын.

Гульдар Абдрахимова, директор Тавакановского СДК
Категория: Тавакановский СДК | Добавил: РФ (25.01.2019)
Просмотров: 51 | Теги: Тавакановский СМФК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда