Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК
Просмотров: 64 | Теги: Тавакановский СМФК

"Милли кейемдәр парады"
Милли кейемдәр парады меңәрләгән кешеләрҙе бергә йыйҙы!

12 июнь Республикабыҙҙың баш ҡалаһында уҙғарылған “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале "Милли кейем парады" менән асылды. Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған, республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтар кейемдәрен күрһәткән Милли кейемдәр парадында беҙ ҙә – Тәүәкән күптармаҡлы мәҙәниәт йортоноң “Сәңкем” халыҡ фольклор ансамбле, Күгәрсен районыбыҙҙың Әминә абыстай етәкләгән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары ҡатнашып ҡайттыҡ. 2018 йылда был сарала 1192 кеше ҡатнашып беҙҙең милли кейемдәрҙәге түңәрәк Рәсәй рекордтар китабына индерелгәйне. Быйыл ҡатнашыусылар һаны күпкә артып, 2590ға барып етте. Милли кейем парады “Евразия йөрәге” фестиваленең иң сағыу өлөшөнөң береһе тип әйтергә мөмкин. Быйыл парад тәүгә халыҡ-ара статуста уҙҙы. Майҙанда башҡорт, рус, татар, сыуаш, поляк, украин, мари, ҡаҙаҡ, һинд, ғәрәп, тажик һәм башҡа сит ил этностарының кейемдәрен күрергә була ине. Байрамда ҡатнашыусылар республикабыҙҙа йәшәгән тиҫтәләгән милләт вәкилдәре, күрше төбәк вәкилдәре лә бар ине. Костюмдар парады Мәжит Ғәфүри исемендәге драма театры эргәһенән старт алып, Зәки Вәлиди урамы буйлап Өфө амфитеатрына, “Ватан” этно-паркына йүнәлде. Фестиваль сәхнә алдында күмәк кеше ҡатнашлығында ойошторолған әйлән-бәйлән менән дауам итте.

Байрам кисендә Надежда Бабкина етәкселегендәге “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны ҡатнашыусылары сығыш яһаны, шулай уҡ “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, “Зәйнетдин” проекты ҡушылды. Программаның икенсе өлөшө “Би-2” төркөмө сығышы һәм фейерверк менән тамамланды.

Милли кейем парады ул бөтә милләттәрҙе дуҫлаштырыусы, берләштереүсе күңел һәм рух байрамы. Беҙ ҙә, башҡа ҡатнашыусылар кеүек, бөтмәҫ дәрт, илһам алып, рухланып, матур тәҫъораттар менән ҡайттыҡ.

Гульдар Абдрахимова, директор Тавакановского СМФК
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда