Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК
Просмотров: 33 | Теги: Тавакановский СМФК

"Ғүмер көҙө"
Бына тағы алтын көҙҙәр етте,
Ниңә бик тиҙ үтә ғүмерҙәр,
Ғүмер үткән, көҙҙәр еткән һайын
Моңһоуланып китә күңелдәр.


Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки улар сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәләр төҫлө. Уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлдәре менән бәхетлелер улар.

1 октябрь халыҡ-ара ололар көнөн билдәләү матур йолаға әүерелде. Мәҙәниәт йортобоҙға талғын ғына аҙымдар менән, йөҙҙәренән ихласлыҡ, мөләйемлек бөрккән яҡты күңелле инәйҙәр, ағайҙар ағылды. Байрамдар бихисап, тик бөгөнгө көн лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә ихтирам белдереү һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереү өсөн йәнә бер матур мөмкинлек ине.

Айырыуса йылылыҡ, ихтирам, һөйөү хөкөмлөк итте тирә-йүндә. Теләүембәт ауыл биләмәһе Хакимиәте башлығы З.Р.Әбдрәхимов ололарҙы ҡотлап матур теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Киләсәктә лә шулай кәңәштәре менән ауылыбыҙҙың йәшәйешен яҡшыртыуҙа булылыҡ итеүҙәренә ышанысын белдерҙе һәм район Хакимиәте башлығы Ғ.Ғ.Янбаевтың ҡотлауҙарын да еткерҙе. Ә беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Йәйғор", "Күнйәп" балалар бейеү, "Сәңкем" халыҡ фольклор ансамблдәре, "Бәпембә" балалар баксаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, йырсылар, бейеүселәр менән ҡунаҡтарыбыҙҙы әҙгә генә булһа ла мәшәҡәттәренән арындырырға, дәртләндерергә бар күңелебеҙҙе һалдыҡ.

Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен.

Гульдар Абдрахимова, директор Тавакановского СМФК
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда