Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК
Просмотров: 767

"Яҙ һәм хеҙмәт байрамы"
"Яҙ һәм хеҙмәт байрамына" бағышланған байрам концерты тамашасыларға наҙ һәм дәрт бүләк итте. Сәхнәләге сағыу төҫтәр балҡышынан күҙҙәр ҡамашты, матур сығыштарҙан күңелдәр тулышты.

Илшат һәм Зөлфиә Илмөхәмәтовтар, "Сәңкем" халыҡ фольклор, "Күнйәп" балалар ансамблдәре, Азалия Шәһәрова менән Фирзәр Әбдрахимовтар байрам сараһының биҙәге булып, яҡшы кәйеф өләштеләр. Йөкмәткеле итеп алып барыусы, сараны ойоштороусы Гөлдәр Әбдрәхимова, кисәгә йәм өҫтәне.

Йәнле күренештәргә яҡты нур өҫтәп, "Сәңкем" фольклор ансамбле ойошторолғандан алып йөрөүсе Миңзифа Әбдрәхимованы юбилейы уңайынан ҡотлап йыр-моң, шиғри юлдарға һалынған, йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр менән тәбрикләп балалары, туғандары, дуҫтары, тамашасылар алҡышланы. Юбилярҙың оҫта ҡуллы балалары ойошторған күргәҙмә күҙҙең яуын алды.

Һәр кем фойела дауам иткән дәртле бейеүҙәргә ҡушылып, байрам сараһынан күтәренке кәйеф менән таралды.

Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Отдел культуры
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда