Главная » Статьи » СДК » Тавакановский СДК
Просмотров: 572 | Теги: Тавакановский СМФК

"Дан тыныслыҡҡа, дан!"
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм Дан йылына арналған “Еңеү Салюты” Республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә ауыл биләмәләре араһында уҙғарылып килгән “Еңеү” район марафоны Теләүембәт ауыл биләмәһендә булып үтте.

Илебеҙ азатлығы өсөн аяуһыҙ йылдарҙа ғүмерҙәрен аямай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, яу яланында ятып ҡалғандарҙы, илгә еңеү алып ҡайтып, хәҙер инде йәнәшәбеҙҙә ҡалмаған ветерандарыбыҙҙы иҫкә алып, дәһшәтле йылдар шаһиттары булған тыл ветерандарыбыҙҙың батырлыҡтарына тағы ла бер тапҡыр һоҡланып, уларға дан һәм мәҙхиә йырлар өсөн, уларҙың түҙемлектәренә, сабырлыҡтары алдында баш эйер өсөн йыйылдыҡ был көн!

Мәҙәниәт йорто алдында полк штабы ойошторолдо. Һалдат палаткалары теҙелгән, усаҡта һалдат бутҡаһын бешә, ҡайнар сәй менән һыйланырға, мылтыҡ һүтеп йыйыу, силғау урау, һалдат хатын яҙышыу, һалдат йырҙарын йырлашыу мөмкинлеге булдырылды.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған Хәтер стеллаһында Үлемһеҙ полк теҙелгән, һалдаттар тураһында шиғырҙар тыңлап, Теләүембәт ауыл биләмәһенән аяуһыҙ яуҙа ҡатнашыусыларҙы иҫкә алып үттек.

Артабан марафон мәҙәниәт йорто фойеһында бай, тарихи күргәҙмәләр менән танышҡандан һуң тамаша залында дауам итте. Теләүембәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан йыйылған 130 үҙешмәкәр артистар үткәндәргә алып ҡайтып күҙҙәрҙе йәшләндерһә, бөгөнгө тыныс, бәхетле тормоштоң, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы иң мөһим һәм ҡәҙерле байрамдарҙың береһе икәнен дәлилләне. Байрам сараһы барышында ауыл Хакимиәте башлығы Әбдрәхимов З.Р. тыл ветерандарына юбилей миҙалдарын һәм Подгорный ауыл биләмәһенә "Еңеү" марайоны штандартын тапшырҙы.

Имен донъялар, тыныс көндәр насип булһын барығыҙға ла! Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән!

Гульдар Абдрахимова, директор Тавакановского СМФК
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда