Главная » Статьи » СДК » Худайбердинский СДК
Просмотров: 465 | Теги: Худайбердинский СДК

ППМИ яңы старт алды!
Хоҙайбирҙин мәҙәниәт йортонда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы (ППМИ) буйынса сираттағы йыйылыш булып үтте. Бер тауыштан ике яҡ зыяратты ла тимер ҡоймалар менән кәртәләп алырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Инициатив группа ағзалары һайланды. Етәксеһе итеп Байғазин Зайнулла һәм уның ярҙамсылары итеп Әмирова Вәсилә, Хоҙайбирҙин Фирғәт, Байғазина Рәзилә, Ихсанова Гөлфиә, Әмиров Рәмил, Әминева Динара, Хоҙайғолов Ринат, Ишбаев Ринат һайландылар. Хөрмәтле ауылдаштар, әгәр ҙә конкурста еңеп сыҡһаҡ (алла бирһә еңергә тейешбеҙ), кем ауылда йәшәйме, йәки ситтә йәшәйме, беребеҙ ҙә битараф булмайыҡ, ошо программала әүҙем ҡатнашып, һәр беребеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, сөнки һәр береһенең ата - бабаһы ошонда ерләнгән һәм ерләнәсәк. Һорауҙарығыҙ булһа ошо инициатив группаның кемеһенә булһа ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әле әҙерлек эштәре башлана ғына, яңылыҡтарҙы ошо группала белгертеп торорбоҙ.

Разиля Байгазина, заведующая Худайбердинским СДК
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда