Главная » Статьи » СДК » Худайбердинский СДК
Просмотров: 1162

Йәгеҙ әле, ҡатын-ҡыҙҙар!
Хоҙайбирҙин ауыл мәҙәниәт йортонда, 8 март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған, "Йәгеҙ-әле, ҡатын-ҡыҙҙар!" тамшаһы үткәрелде. Ауылыбыҙҙағы төрлө ойошмаларҙа эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ихлас күңелдән ҡатнашырға теләк белдерҙеләр, бына улар: "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре "Бәпестәр-бәләкәстәр" командаһын, Хоҙайбирҙин почта бүлексәһе "Почта күгәрсендәре" командаһын, ә инде төрлө ерҙә эшләүселәрҙән торған өсөнсө команда - " Уңыш джентельмендары" тип аталған команда төҙөгәндәр.

Өс кешенән торған баһалама ағзалары ярышты ғәҙел итеп билдә ҡуйып, ҡарап ултырҙылар. Ә инде ярышта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йырланылар, бейенеләр, интермедия күрһәттеләр, үҙҙәренә бирелгән төрлө мәсьәләләрҙе систеләр, галстук бәйләнеләр, ҡаҙау ҙа ҡағып ярыштылар; йәғни тамашасыларға һәм үҙҙәренә лә ысын байрам ойошторҙолар. Ысын күңелдән үҙҙәренә бирелгән өйгә эште лә күрһәттеләр. Ярыш аҙағында бөтә командалар бергәләшеп йырҙар йырланылар һәм иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.

Тамашаға килгән бөтә халыҡ фойеға сығып, иҙәндәрҙе һындыра яҙып, гармун көйөнә тыпырҙатып бейеп күңел асты. Ә инде иң аҙаҡтан үҙебеҙ бешереп алып килгән тәм-томдар менән тәмләп байрам сәйе эстек. Ярыш барыһына ла оҡшаны, тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, күтәреңке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.

Ярыштың спонсоры булып Ялсы ауыл биләмәһе сығыш яһаны.

Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Отдел культуры
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда