Главная » Статьи » СДК » Юлдыбайский СДК
Просмотров: 1085

Театру присвоено звание
Беҙ, Юлдыбай ауыл биләмәһе театры һәүәҫкәрҙәре, Нәжиб Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тип аталған пьесаһы буйынса спектакль әҙерләнек һәм биләмәгә ҡараған 7 ауыл сәхнәһендә сығыш яһаныҡ. Ҡурҡыуыбыҙ бушҡа булды: һәр ерҙә лә халыҡ тамашабыҙҙы яратып ҡабул итте.

Резеда Айытҡужинаның ролдәрҙе һәр кемдең һәләтенә, холҡона тап килтереп бүлеүе лә бик отошло булды. Төп ролдәрҙе Айҙар Хәлилов, Хәйҙәр Миңлебаев, Нәсимә Ғибәҙәтова, Лира Миңлебаева башҡарҙы. Рәсимә Көмөшҡужина, Мәҙинә Хөсәйенова, Дилара Әбделмәнова, Нәфисә Миңлебаева, Әлфирә Килсенбаевалар ҙа бик килештереп уйнанылар. Һәр ролдең нескәлектәренә төшөнөргә, күңел биреп башҡарырға өйрәтеүсе режиссерыбыҙ – Исмәғил Ғилманов.


Спектаклде ҡараған тамашасылар араһында Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡ – Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина ла бар ине. Ул тамашабыҙҙы юғары баһаланы, сәхнәне ташламаҫҡа, тамашасыларҙы яңынан-яңы спектаклдәр менән һөйөндөрөп торорға саҡырҙы.

Һәм һөйөнөслө яңылыҡ – беҙгә халыҡ театры исеме бирҙеләр!

Был исемде аҡлау, лайыҡлы йөрөтөү өсөн артабан да ҡанатланып эшләрбеҙ, тип уйлайым.

Лира МИҢЛЕБАЕВА.
Юлдыбай ауылы.
Источник - "МОРАҘЫМ" гәзите
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда