Главная » Статьи » СДК » Юлдыбайский СДК
Просмотров: 59 | Теги: Юлдыбаевский СДК

“Яҙғы моңдар”менән ял иттеләр
“Яҙғы моңдар” ошондай исем аҫтында Юлдыбай ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сағыу концерт программаһы төҙөп, Юлдыбай, Төпсән, Мораҙым, Багдашкин, Һатлыҡ, Яңы Хвалын, Ибраһим ауылдары халҡына рухи ял бүләк итте. Тамашасылар Нәсимә Ғибәҙәтова, Кәримә Абдуллина, Роза Ҡунысбаева, Фәниә Нарбикова, Светлана Зәйетова, Гүзәлиә Сәлихҡолова (Миңлебаева), Рәйлә Миңлебаева, Хәйҙәр Миңлебаев, Минияр Солтанбаев, Рәфис Казбаков, Мәҙинә Псәнчиналарҙың, “Умырзая” фольклор (етәксеһе Лира Миңлебаева), “Эйек һылыуҙары” ҡатын-ҡыҙҙар вокал, ҡумыҙсылар ансамблдәренең сығыштарын яратып ҡабул итте. Тамаша йыр-бейеүгә генә түгел, ҡыҙыҡлы интермедияларға ла, шиғри композицияларға ла бай булды.

Ваҡ-төйәк мәшәҡәттән, донъя ығы-зығыһынан арындырып, күңелдәргә ял бүләк иткән мәҙәниәт эшсәндәренә ауылдар халҡы бик рәхмәтле.

"МОРАҘЫМ" гәзите
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Отдел культуры
  • Шагит Худайбердин
  • Зайнаб Биишева
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда