Главная » Статьи » СДК » Юлдыбайский СДК

"Яҙ ҡаршылау байрамы"
Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, Төпсән ауылында, Яҙ ҡаршылау байрамы ойошторҙоҡ. Ҡыш роленда Зөбәир ағай Миңлебаев, Яҙһылыу Луиза Моталлапова, яҙғы сәскәләр Ыуары ҡыҙҙары Зәлиә һәм Света, байрамды дәртле итеп алып барыусы ла, дәртле бейеүҙәре менән ауыл халҡын һөйөндөрөүсе лә Лира Миңлебаева, ысын мәғәнәһендә яҙғы кәйеф бүләк итеп, тамашаны йәмләнеләр.

Мәҙинә Хөсәйенова, йомаҡтар ҡойһа, Әлфирә апай Килсенбаева шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Света Зәйетова, Фәниә Нарбикова, Нәсимә Ғибәҙәтова йырлаған дәртле йырҙар байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Лира Миңлебаева етәкселегендәге, Мәҙинә Хөсәйенова, Роза Ҡунысбаева, Нәсимә Ғибәҙәтова башҡарыуында "Тимербай килендәре" бейеүе бик уңышлы сыҡты, тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Самауырлы сәй табынына, үҙҙәре әҙерләп килгән тәмлекәстәр менән, байрам күрергә килгән апай-еңгәйҙәр, үҙҙәрелә уйындарҙа ҡатнашып, күңелле аралашып, йәрминкәгә алып килгән әйберҙәрен алып-алмашып, байрамдан ҡәнәғәт булып таралыштылар.

Резеда Аиткужина
Категория: Юлдыбайский СДК | Добавил: РФ (05.04.2019)
Просмотров: 52 | Теги: Юлдыбаевский СДК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда