Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК
Просмотров: 781

Ырыу ағасым һин, шәжәрәм!
Ырыу ағасым һин, шәжәрәм!
Шәжәрә – ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.

Республика Министрҙар кабинетының шәжәрә байрамын үткәреү кәрәклеге тураһындағы ҡарары халыҡтың үҙенән, уның рухынан күтәрелгән тормош талабы менән бергә тура килде. Шәжәрә – билдәле бер нәҫел – ырыуҙың килеп сығышын, уларҙың нисек тармаҡланыуы, таралышы хаҡында яҙыу. Ғәрәп телендә ул "ағас” тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған.

Шул уҡ ваҡытта халыҡтың торошон да сағылдырған. Тамыры – үткәнебез, атай олатайҙарыбыҙ; олоно – бөгөнгөбөҙ; тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары – киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ. Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ ти, халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырыбыҙҙан – тарихыбыҙҙан һут ала.

29 август көнө Юлбаш ауылы халҡы ауылының тарихын, ошо ерҙә йәшәгән, тыуып үҫкән кешеләр үҙҙәренең нәҫел - нәсәбен асыҡлап, һәр кем үҙенең зат - ырыуын белер өсөн шәжәрә байрамына йыйылдылар. Был күркәм байрам Юлбаш ауылында тәүге тапҡыр уҙғарылды.

Байрам тантанаһы ауылды урталай бүлеп аҡҡан шишмәне һәм Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған, тере ҡайтҡан яугирҙәр өсөн төҙөлгән обелиск асыуҙан башланып китте. Хоҙайбирҙе ауылы имам хатибы Закуан бабай Шахмаев әрүәхтәр рухына аят бағышланы. Обелискты асып, ал таҫма ҡырҡыу һәм сәскәләр һалыу ошо ауылда тыуып-үҫеп, хәҙерге ваҡытта Салауат районы хакимиәт башлығы Ғәли Ғәләүетдин улы Хәйретдиновҡа һәм район хакмиәт башлығы урынбаҫары Әбдрәхимов Харис Зәбих улына тапшырылды. Ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтар менән бергәләшеп шыршы ағастары ултыртылды.

Тантананың икенсе өлөшө ауыл халҡы төҙөгән шәжәрәләр менән танышыу һәм улар тәҡдим иткән йолалар, аш-һыу өҫтәлдәре, ҡул эштәре, үҙҙәре үҫтергән баҡса емештәре,тѳшѳргән һүрәттәре күргәҙмәһе менән танышыу дауам итте. Төплө өйрәнелгән шәжәрәләр тип Ямғоровтарға, Әлимбәковтарға, Малиховтарға Ялсы ауыл хакимиәте исеменән диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Өлгәлө йорттар тип Садиҡов Минулла һәм Миниәсмә, Әлимбәков Хәким һәм Лилиә, Үҙәнбаев Мөнир һәм Гүзәлиә, Ямғоров Радик һәм Лилиәләрҙең ғаиләләре билдәләнеп бүләктәр һәм дипломдар бирелде.

Байрамда Ялсы һәм Хоҙайбирҙин ауыл китапханалары “Ауылым матур халҡым менән” исемле фотокүргәҙмә тәҡдим итте. Ялсы һәм Хоҙайбирҙе мәҙәниәт йорттары йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны, ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштар ҙа ситтә ҡалманы. Шәжәрә башҡорт халҡының милли уйындары менән тамаланды.

Ауылдаштар тыуған яҡҡа йышыраҡ ҡайтырға, атай нигеҙен онотмаҫҡа, зат–ырыуҙар менән осрашып торорға тигән ниәт менән таралыштылар.

Айгөл Юдаева, Мөслимә Зәйнәғәбдинова
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Отдел культуры
  • Шагит Худайбердин
  • Зайнаб Биишева
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда