Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК

"Һылыуҡай 2018"
Бөгөн Ялсы ауыл мәҙәниәт йортонда ҙур сара "Һылыуҡай 2018" бәйгеһе шаулап гөрләп үтеп китте. Бәйгелә биш ҡыҙ ҡатнашты бына улар Азнагулова Рената, Камалова Ангелина, Иҫәнғолова Наҙгөл, Мусина Раушания һәм Ишкинина Зәлиә. Улар һәр береһе ныҡлы әҙерләнгәйнеләр. Һәр бер сығыш алдынан тамашасыларға йырҙарын бүләк иттеләр Ишдавлетова Наҙгөл, Зайнагабдинова Рузилә, Валитова Рәзилә. Иң актив көйәрмәндәр Камалова Ангелинаның һәм Азнагулова Ренатаныҡылар булдылар. Бәйге булғас еңеүсеһелә була. "Һылыуҡай 2018" тажын Ишкинина Зәлиә яуланы. Беренсе урын Камалова Ангелина, икенсе урын Рената Азнагулова һәм өсөнсө урынды Мусина Раушания менән Иҫәнғолова Наҙгөл бүлештеләр. Байрам тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән тамамланды. Бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙарға алдағы көндәрҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ, тағын ҙур-ҙур еңеүҙәр яуларға булһын.

Разиля Юмакаева, Муслима Зайнагабдинова
Категория: Ялчинский СДК | Добавил: РФ (31.07.2018)
Просмотров: 56 | Теги: 2018-Ялчинский СДК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда