Вәлит ауылында байрам үтте
Вәлит ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарға арналған, стела асыу тантанаһы булып үтте. Вәлит ауылы халҡы элек-электән берҙәмлеге, татыулығы менән данлыҡлы! Байрам шул тиклем матур, куңелле үтте! Райондан бик күп ҡунаҡтар килде. Район хакимиәте башлығы Янбаев Ғайса Ғилметдин улы беҙҙең бәләкәй генә ауылыбыҙҙы ҙурлап ҡотларға килгәне өсөн ҙур рәхмәт. Ә ауылдаштарыбыҙ һәр ваҡыт әүҙем. Барлыҡ Вәлит ауылы халҡына рәхмәт. Был изге эштә, һеҙҙең һәр берегеҙҙәң өлөшө бар. Бөгөнгө көндә лә, матур итеп самауыр сәйе ҡайнатып, һалдат бутҡаһын бешереп ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Байрам Ялсы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сценарий буйынса барҙы. Концерт номерҙары, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ҡотлауҙары, дәртле бейеүҙәр, уйындар менән гөрләп торҙо!
Более подробно - public99140978
Разиля Юмакаева, Муслима Зайнагабдинова |
|