«Умырзайяларҙы һаҡлайыҡ!»
Беҙ ҙә Ялсы ауылы моделле китапханаһы менән берлектә балалар менән шул акцияга ҡатнашырға булдык. Балалар менән бергәләп тәүге сәскәләр тураһында ҡыҙыҡлы презентация ҡараныҡ уҡынык, умырзая ниндәй төрҙәре булыуын белдек, улар аҡ, һары, ҡыҙыл һәм дә зәңгәр төҫләре була. Бик матур умырзая сәскәләре.
Мәктәп балалары менән экологик мәҙәниәте үҫешендә үҙ-үҙен баһалау этабы. Был осорҙа шәхес нигеҙҙәре һалына, шул иҫәптән беҙ балаларға аңлаттыҡ, ярамай умырзая сәскәләрен өҙөргә тип. Башлыса урманда үҫә һәм, әлбиттә, кешеләрҙең тәүге сәскәләрҙән букетын өҙөргә теләгектәре бар, әммә Умырзая Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына индерелгәнен оноторға ярамай.
|
|