Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК

"Самауыр сәйе"
Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто хам китапхана хеҙмәткәрҙәре каникулдағы балаларҙы һәм теләге булған өлкәндәрҙе самауыр сәйе менән һыйланылар. Иң тәүҙә балаларға самауыр сәйенең шифаһы тураһында, уны ниндәй үләндәрҙән әҙерләү тураһында мәғлүмәттәр еткерелде. Сәй артында балалар өсөн әҙерләнгән йомаҡтар ҡойолдо, мәҡәлдәр әйтелде һәм башҡорт халҡының милли уйындарының береһе "Йәшерәм яулыҡ" уйыны уйнатылды. Был сара күңелле һәм бик матур үтте. Балалар күтәренке кәйеф менән таралыштылар.

Разиля Юмакаева, Муслима Зайнагабдинова
Категория: Ялчинский СДК | Добавил: РФ (22.08.2018)
Просмотров: 97 | Теги: 2018-Ялчинский СДК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда