Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК

"Моңдан яралған күңелем"
Беҙҙең мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, ҡурайсы, моңло йырсы, композитор Нәғим Нуриманов һәм уның ижадташ дуҫтары Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Рәхмәтуллина, кисәне оҫта итеп алып барыусы, үҙе шиғырҙар яҙыусы Альбина Григорьева, дәртле бейеүселәр Илгиз һәм Илүзә Ниғәмәтуллиндар һәм райондың иң оҫта баянисы Ильшат Ильмөхәмәтов, "Моңдан яралған күңелем" исемле ҙур концерт менән килделәр.

Нәғим Нуримановтың ижадына арналған был кисә барлыҡ тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде. Тик моңдан ғына торған был концерт, халыҡты ҡыштың сатлама һыуыҡтарын оноттороп күңелдәргә йылылыҡ бирҙе. Тамашасыға бигерәктә Нәғим Нуримановтың онотола барған халыҡ йырҙарын башҡарыуы, ҡурай моңдары күңелдәргә хуш килде. Мәҙинә Рәхмәтуллинаның да үҙе ижад иткән йырҙарын тыңлап күңелгә бөтмәҫ илаһи көс алып ҡайттыҡ. Ильгиз һәм Илүзә Ниғәмәтуллиндарҙың осоп-ҡунып бейеүҙәре, барыһында хайран итте. Кисәне музыкаль яҡтан биҙәүсе Ильшат Ильмөхәмәтов һәм күңелле итеп алып барыусы Альбина Григорьева ла ҙур ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡтар. Барлыҡ тамашасылар исеменән ошондай ҙур, матур тамаша өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡыштың сатлама һыуығынан ҡурҡмай, беҙҙең килеп күңелдәребеҙҙе асып киттегеҙ. Һеҙгә бөтмәҫ -төкәнмәҫ ижади уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, мәңге-мәңге сылтырап аҡһын!

Разиля Юмакаева, Муслима Зайнагабдинова
Категория: Ялчинский СДК | Добавил: РФ (28.01.2019)
Просмотров: 73 | Теги: Ялчинский СМФК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда