«Милли костюмы - халҡым мираҫы»
20 апрелдә Башҡортостанда республика халыҡтарының милли кейеме көнө уҙғарыла. Башҡортостан республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө 2020 йылдан алып рәсми рәүештә йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.
Ялсы ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм Ялсы ауыл моделле китапханаһы менән берлектә 18 апрелдә Хоҙайбирҙе мәктәбендә «Милли костюмы - халҡым мираҫы» мәғлүмәт — танып белеү программаһы үтте. 1-6 класс уҡыусы балаларға, ҡатнашыусыларға башҡорт кейеме тарихы, традицион кейем, аяҡ кейеме һәм аксессуарҙарҙың хаҡында һөйләнеләр. Аҙаҡтан ҡыҙыҡлы башҡорт уйындарын уйнаттыҡ балаларға.
|
|