Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК

Халыҡ-ара көслө рухлылар көнө
3 декабрь көнө, Халыҡ-ара көслө рухлылар көнө тип билдәләнә. Ялсы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ялсы биләмәһендә тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, көслө рухлы ғаиләләрҙең береһе Таһир, Ғәшүрә һәм улдары Заһир Ишкининдарҙың ғаиләләрендә булып киттеләр. Беҙ барғанда Заһир компьютер артында ултыра ине. Уның менән әңгәмәләшеп ултырғандан һуң, уның шул тиклем көслө рухлы, донья яңылыҡтарынан артта ҡалмағанын тағы бер инандыҡ.


"Һеҙҙең мәҙәниәт йортонда үткәрелгән барлыҡ сараларығыҙҙы ла интернет селтәре аша күҙәтеп барам" тип йылмая Заһир. Уның төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан диплом һәм грамоталары быға асыҡ дәлил булып тора. Заһирҙың әсәһе Ғәшүрә еңгә лә оҫта ҡуллы һәм аш-һыуға уңған хужабикә. Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла актив ҡатнаша ул, ә инде Таһир ағай улар өсөн ныҡлы терәк һәм таяныс. Был ғаиләгә иҫәнлек-һаулыҡ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.

Разиля Юмакаева, Муслима Зайнагабдинова
Категория: Ялчинский СДК | Добавил: РФ (04.12.2018)
Просмотров: 24 | Теги: 2018-Ялчинский СДК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда