Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК
Просмотров: 949 | Теги: 2017-Ялчинский СДК

Өйрәк өмәһе
28 октябрь көнө, Ялсы ауылынын күп балалы Рәмил һәм Гөлназ Мусиндар ғаиләһендә Ялсы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өйрәк өмәһе ойошторҙо. Уңған хужалар өс тиҫтәнән ашыу өйрәк үҫтереп һимерткәндәр. Өмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Мәләүез районынан туғандары, күрше -тирә, ауылдаштар ихлас ҡатнашты. Йола буйынса ауылдың еңел куллы ҡош-ҡорт һуйыусыһы Рәфис Ишкинин саҡырылды. Егәрле өмәсе ҡатын - ҡыҙҙар өйрәктәрҙе йәһәт эш итеп каҙанға һалып та ебәрҙеләр. Йыр-моң, еңгәләр менән ҡәйнештәр араһында уйынлы-ысынлы шаяртыуҙар, изге ырымдар менән үрелеп барған был өмә күңелле үтеп китте. Оло апайҙарҙың береһе Әнисә апай йәштәргә ҡош-ҡортҡа ҡагылышлы төрлө ғороф-ғәҙәттәр һәм ырымдар менән таныштырҙы.

Ә кискә өмәселәрҙе мул өлөштәр һалынған һыйлы табын көтә ине. Оҫта хужабикә Гөлназ табынға төрлө еләк емештән, ҡыҙыл эремсектән бәлештәр һалған, бәрәместәр бешергән һәм дә күпертеп ҡоймаҡ ҡойоп өйрәк майына майлап та ҡуйғайны. Ошо байрамды ойоштороп уткәрергә мөмкинселек биргән өсөн Мусиндар ғаиләһенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләһе йылда ла малдары, ҡош-ҡорттары уңһын, доньялар имен торһон!

Гузель Азнабаева, Муслима Зайнагабдинова
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда