Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК
Просмотров: 871 | Теги: 2016-Ялчинский СДК

Ф.Шәмғолов исемле музей асылды
1 декабрь көнө, Ялсы ауылында Советтар Союзы геройы Фәттәх Ғәфурьйән улы Шәмғоловҡа музей асыу тантанаһы булды. Байрамда Кугәрсен районының мәҙәниәт булеге начальнигы Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллина, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин музей директоры Вәсилә Зәки ҡыҙы Әмирова, Район Советы депутаты, Йәуҙәт Фоат улы Кирәев, Кумертау ҡалаһынан килгән Рим Хәйри улы Исмәғилев һәм курше ауылдарҙан килгән халыҡ йыйылды. Ауыл хакимиәт башлығы Ирек Риял улы килгән халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, телмәр тото. Ф.Ғ.Шәмғолов һәйкәленә сәскә һалынғандан һуң музей асыу тантанаһы башланды.

Музейҙа Һапаш ауылының башланғыс синыф уҡыусылары Ф.Ғ.Шәмғоловҡа һәм һуғышта ятып ҡалған атай-олатайҙарҙы иҫкә алып С.Иманғоловтың "һәйкәл булып ҡайттың иленә" шиғырын һөйләп, йыр-бейеуҙәр менән сығыш яһанылар.

Ялсы ауыл биләмәһе халҡының, шатлығы менән уртаҡлашырға һәм музей асылыу тантанаһы менән ҡотларға, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҙур концерт менән килде. "Бәйембәт" төркөме егеттәренең сығышы, Нәғим Нуримановтың, Фәруәз Минибаев һәм Шәирә Әлимғужиналарҙың йырлауы, Розалия Ҡылысбаеваның саксафонда, Ришат Бәҙретдиновтың гармун көйҙәре Азамат Кәримов менән Ильгиз Ниғәмәтуллиндарҙың дәртле бейеуҙәрен халыҡ ихлас ҡараны. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Гузель Азнабаева, Муслима Зайнагабдинова
Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда