Главная » Статьи » СДК » Ялчинский СДК
Просмотров: 85 | Теги: Ялчинский СМФК

9 декабрь - Ватан Геройҙары көнө!
Был көндө илебеҙҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, ДАН орденының тулы кавалерҙарын һәм Изге Георгий ордены кавалерҙарын тәбрикләйҙәр. Был тәбрикләүҙәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм үҙебеҙҙең данлыҡлы ауылдашыбыҙ хаҡында оло ғорурлыҡ менән бәйән итәбеҙ.

Фәттәх Ғәфүрйән улы Шәмғолов беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ул Советтар Союзы Геройы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеүгә 20 көн ҡалғас ҡына һәләк була. 4-Украина фронтының 38-се армия 183-сө уҡсылар дивизияһы 227-се уҡсылар полкы командиры урынбаҫары майор Шәмғоловҡа ул ваҡытта ни бары 23 йәш кенә була. СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән хәрби заданиеларҙы өлгөлө үтәгәне һәм фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн майор Фәттәх Ғәфүрйән улы Шәмғоловҡа үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Быға тиклем ул ике Ҡыҙыл Байраҡ, 3-сө дәрәжә Кутузов, Александр Невский, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары менән наградлана. Ҡыйыу, яуҙа ҡурҡыу белмәгән башҡорт егетен, командирҙарын яратып, хөрмәт итеп, иптәштәре Фәттәхте "Метеор" тип йөрөтәләр. Фәттәх Шәмғолов йыраҡ Польшала ерләнгән, ләкин уны яҡташтары тыуған ерендә бер ваҡытта ла онотмайҙар. Беҙ, ауылдаштары, яҡташтары, Геройыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Разиля Юмакаева, Муслима Зайнагабдинова
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Отдел культуры
  • Шагит Худайбердин
  • Зайнаб Биишева
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда