Главная » Статьи » СДК » Бикбулатовский СДК
Просмотров: 865

Ғумерҙең алтын миҙгеле
Кәңәшеңә, бер һүҙеңә
Мохтаж һәр саҡ барыһы.
Иҫән генә була күрсе
Йәмләп өйөбөҙ түрен!
Борондан оло кешеләр
Йәмләгән башҡорт ерен.

Урал ауыл биләмәһенең Бикбулат ауылында халыҡ-ара ололар көнөнә арналған күркәм байрам сараһы уҙғарылды. Ауыл мәҙәниәт йортона йыйылған ололарҙы, ауыл биләмәһе хаҡимиәте башлығы Сәғҙәт Хәмзә улы Баймырҙин и зге теләктәр теләп байрамды башлап ебәрҙе һәм ошо көндәрҙә алтын туйҙарын туйлаусы Шәүрә һәм Йәркәй Хусаиновтарға республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хамитовтың бүләге һәм ҡотлау хаты тапшырҙы. Шулай уҡ район вәкиле Зөфәр Сәфәрғәле улы Иҙрисов оло быуын вәкилдәрен тәбрикләп район хаҡимиәт башлығы Фәрит Мырҙағәле улы Мусиндың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

Артабан ауыл мәҙәниәт йорто әҙерләгән «Ғүмерҙең алтын миҙгеле» тип аталған бай концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөүселәр: ветеран уҡытыусы, мәғәриф отличниғы Ләйлә Кинйәбаева, Таһир Ишимов, Көнһылыу Ишаева үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итһәләр, хеҙмәт ветераны, сәхнә аҡһаҡалы Альберт Айҙарбәков һәм йәш бейеүсе Алтынай Сафина үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡатын – ҡыҙҙар вокал «Сөмбөлә» һәм фольклор ансамбелен оло кешеләр йылы ҡабул итте.

Байрам мәктәп ашханаһында дауам итте. Ололар көнө сараһын үткәреүгә ярҙам ҡулы һуҙыусы, бағыусыларыбыҙға район Советы депутаттары Мырҙабулатов Рәил Ғәфурйән улы, яҡташыбыҙ Болғаиров Айрат Рауил улы, Мораҡ ауылынан шәхси эшҡыуар, ҡортсо Храповицкий Николай Александр улы һәм ауылыбыҙҙың йәщ эшҡыуары Тимербаева Фирүзә Фәрит ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Ололарҙы ҡыуандырған өсөн һеҙҙең үҙегеҙгә лә иҫәнлек - һаулыҡ, эшетәрегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Гульназира Кинзябаева, заведующая Бикбулатовской СБ
Фото - Назиля Сафина, художественный руководитель СКЦ
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Отдел культуры
  • Шагит Худайбердин
  • Зайнаб Биишева
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда