Главная » Статьи » СДК » Бикбулатовский СДК
Просмотров: 143 | Теги: Бикбулатовский СКЦ

"Көлөп алайыҡ әле!"
Бикбулат мәҙәниәт йортонда 1 апрель Көлкө көнөнә ҡарата "Көлөп алайыҡ әле!" исемле концерт күрһәтелде. Концерттын күберәге күңелле интермедияларзан торҙо.

Фольклорҙа ҡатнашыусыларга үҙе эшләгән селтәрҙәрен таҡты, интермедиялар уйлап тапты бейеүҙәр һалды. Ауыл ҡатын - ҡыҙҙар советы етәксеһе, күп балалы әсә Ғәлиә Фәттәхова музыкалар, костюмдар әҙерләне. Флүзә Сафина, Ләйсән Ҡәҙерғолова, Фәйсунә Толомгужина - был ҡатын-ҡыҙҙарҙа күп балалы әсәләр. Иҫәпһеҙ - хисапһыҙ донья мәшәҡәттәренән арттырып, ваҡыт табып, беҙҙең, ауыл сараларында әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәттәр. Ҡыҙҙар әҙерләгән һәр интермедияларҙы тамашасы көлә - көлә, рәхәтләнеп ҡаранылар. Көслө ҡул сабыуҙар менән алҡышланылар.

Шулай уҡ ауылдың яратҡан йырсыһы Әлфиә Калкамановаһыҙ концертыбыҙ үткәне лә юҡ.Был сарала ла үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте ауылдаштарына. Шиғырҙар яҙған, Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миңзәлә Гумерова һәр сарала шиғырҙар уҡып тамашасыларҙы һөйөндөрөп тора. Рәсәй Федерацияһының мәғәриф алдынғыһы, әле хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фатима Сафина коллективҡа килеүе, нисектер барыһына ла дәрт өҫтәлгән кеүек булды. Узелә бик дәртле, әүҙем кеше.

Ҡумыҙсыбыҙ Лиана Моталлапованы беҙ бик уңған ҡатын - ҡыҙ, тип беләбеҙ. Ауылда эш юҡ, тигәндә лә ике эштә эшләүе, уның егәрлелеге, кеше менән бик матур аралашыуы, һәр ергә лә өлгөр булыуы менән һәр кем хөрмәт итә уны. Күп сараларҙы алып барыусы Миләүшә Абдуллина, был юлыла тамашасы һөйөүен яуланы. Һәр сығышында, ауыл тарихында булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп көлдөрөп алды.

Үҙебеҙсә әйткәндә гармунда "һыҙҙырып" уйнаған Хәмдиә Баймырҙинаны халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Мәҙәниәт йортоноң, мәктәптә үткән һәр сара Мәликә Ишаеваһыҙ үтмәй. Матур, сағыу тауышлы, һәр концертҡа ихлас ҡатнашҡан Мәликәне тамашасы ярата.

Шулай уҡ, күп тапҡырҙар музыка аппаратураһында ултырыусы, уҡытыусы Гөлгөнә Ҡәҙерғолова ваҡытын беҙгә лә бүлеп, һәр саҡ ярҙам итеп тора. Һәр кемгә лә рәхмәт әйтәһем килә. Тик улар рәхмәт өсөн йөрөмәгәндәрен дә беләм. Ауыл бәҫен төшөрмәй, ауылды күтәрмәләп йөрөүселәр.

Ғаиләгеҙ имен, һаулығығыҙ ныҡ, күңелегеҙ күтәренке булһын ҡыҙҙар!

Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда