Главная » Статьи » Нижнебиккузинский с/с » Верхнебиккузинский СК

Тирмәнкүл шишмәһе
Үргебиккужа һәм Түбәнгебиккужа ауылының бер төркөм балалары менән Тирмәнкүл шишмәһенә паход ойошторолдо. Балалар был саранан күтәренке кәйеф менән Шишмә тураһында төрлө яңы күп, фәһемле мәғләмәт алдып кайты. Шишмәләр -тәбиғәт байлығы. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур һәм бай. Башҡа бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек күркәмлек: сағыу төҫтәр, ғорур тауҙар, ҡалын урмандар, киң йылғалар, сылтыр шишмәләр юҡтыр ул. Сылтыр шишмәләр. Бөгөн беҙҙең шишмәләр һаҡлауға мохтаж. Тәбиғәтте һаҡлау, ҡарау, яратыу кәрәк. Уйламаған ерҙә тауҙы йә ерҙе тишеп сығып, үҙҙәренә юл табып, аға ла аға улар. Ә бит шишмәләрҙең һыуы шул тиклем таҙа, саф була, һәр ҡайһыһы дауалау ҡөҙрәтенә эйә. Борон-борондан шишмә буйҙарын таҙа тотҡандар, улар тирәһендә үҫкән ағастарҙы ҡырҡмағандар. Ауылдарҙа ҡоҙоҡтар, колонкалар булмағанда, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем көйәнтәләп һыу ташығандар. Әсәйем һөйләүенсә, оло-оло инәйҙәр ҙә бер ниндәй һуҡраныуһыҙ ошо рәүешле һыуға йөрөгәндәр. Һыуҙы иң изге, иң ҡөҙрәтле көскә эйә тип иҫәпләгәндәр, уның тамсыһын да әрәм-шәрәм итмәгәндәр. Өләсәйем дә: “Һыуҙы күп исрафламағыҙ, гонаһҡа батырһығыҙ. Һыуҙың гонаһы ҙур була”, - ти. Ул һыуҙы “биссмилла”һыҙ тотонмай. Шишмә һыуын эсер өсөн генә тотонорға ҡуша. Ул - дауа, ти. Йыуынырға йылғанан йә колонканан алабыҙ.

Шишмәләр - тәбиғәт байлығы. Өмәләр ойошторолоп, күп шишмәләр таҙартылды. Беҙҙең ауылға яҡын шишмәгә лә кемдәр генә килеп, һыуын эсеп ҡыуанмай.

Алһыу Әбделмәнова, Гөлнур Киленбаева
Категория: Верхнебиккузинский СК | Добавил: РФ (16.06.2017)
Просмотров: 292 | Теги: 2017-Нижнебиккузинский СК, 2017-Верхнебиккузинский СК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда