Главная » Статьи » Юлдыбаевский с/с » Тупчановский СК | |
Просмотров: 141 | |
"Науруз байрам"
Байрамдың тәүге өлөшө, Һатлыҡ ауыл китапханаһы мөдире Мәҙинә Хөсәйенова әҙерләгән китаптар күргәҙмәһе һәм шиғриәт көнөнә арналған яҙ тураһындағы шиғырҙар уҡыуҙан башланып китте. Фәнүзә апайҙың ҡул эштәренән ҡуйылған күргәҙмә байрам кәйефе өҫтәне. Байрамдың тарихы менән танышҡандан һуң, Ҡыш бабай менән Яҙһылыуҙың ярышында ҡатнашып, инәй (Нәбирә апай) һипкән тәңкәләр, тәмлекәстәрҙе йыйып, сәмле ярышта отҡорлоҡта һөнәрҙәрен күрһәтеп балалар, Нәүрүзбикәгә ярҙам итеп, Ҡыш бабайҙы ризалап оҙатҡандан һуң, концерт номерҙары башҡарылды. Ибраһим ауыл клубы мөдире Фәниә апай Нарбикова йырлы күстәнәс менән килгәйне. Яҙғы ҡояштың тәүге нурҙары байрамға йыйылыусыларҙы йылы нурҙарына ҡойондорҙо. Ихлас теләктәр теләп, һәр кем байрам кәйефе алып, байрамды самауырлы сәй табынында дауам иттек. Эштәрен ситкә ҡуйып, оло байрамды ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙған коллегаларым Нәфисә, Нәсимә, Мәҙинә, Гөлгөнәгә, Фәниә апайға, ауылдаштарыма, йырлы күстәнәсен ҡушып, тәмлекәстәренән ауыҙ иттергән Фәүзиә апайға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Резеда Айытҡужина, Төпсән ауыл клубы худ. етәксеһе | |
Всего комментариев: 0 | |
| |