Главная » Статьи » Юлдыбаевский с/с » Тупчановский СК
Просмотров: 48 | Теги: Тупчановский СК

"Йәшлек менән осрашыу"
Ауыл кешеһенең эше бөтә мени? Бер бүлә бесән әҙерләнһә лә, ишле мал тотҡан кеше, көндәр аяҙытыу менән, тағы ла бесән әҙерләүгә йәбеште. Кеме урманда, кем көтөуҙә, тигәндәй.

Сараға килеүсе лә булмаҫ инде тиеп хафаланыуҙар юҡҡа сыҡты, Иншаллаһ, ярайһы ғына халыҡ йыйылды ауылдашыбыҙ Гөлшат Ришат ҡыҙы ойошторған "Йәшлек менән осрашыу" исемле сараға. "Еңгә, әйҙәле быны ойошторайыҡ, әйҙә ошолай эшләйек" - тиеп дәртләндереп тороусы бикәстәр барҙа ни эшләп иренеп торорға ти инде? Йәһәт кәңәшләштек тә, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып та ҡуйҙыҡ.

Байрам башланғансы, тамашасы ҡул эштәренән ҡуйылған күргәҙмә менән танышты, белгән өйрәтә, белмәгән - өйрәнә тигәндәй, оҫталыҡтары менән булештеләр. Мәрзиә еңгәнең ҡыҙҙары Гөлшат, Гөлназ, Эльвина ҡул эшенә бик маһир булып сыҡты: светильниктар, бисер менән нағышланған таҡыя, ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс япмалары (ниндәйе генә юҡ), шулай уҡ Әлфиә апай Кинйәбаеваның, Рима Айытҡолова, Алһыу Айытҡужинаның бәйләгән жилет, косынкалары бөтә күңел йылыһын биреп башҡарылғаны күренеп тора.

Байрам, ауылыбыҙҙың ғорурлығы, хәҙер инде бихисап шиғырҙары, ун йыр авторы Зөлфиә Әлимғолованың йәшлек, тыуған ауыл тураһындағы шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Ул үҙе лә сәхнәнән ҡайһы бер шиғырҙарын уҡып ишеттерзе, клубыбыҙға китабын бүләк итте. Уның һүҙҙәренә яҙылған, йәшлек тураһында йырҙы Рима еңгә Фәйезова башҡарҙы. Эльвина Абдрахманова, Илсур Айытҡоловтың (етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар) дәртле бейеүҙәре кисәне йәмләп ебәрҙе.

Ғайфулла ағай Хәкимов, сәхнәнән үҙҙәренең йәшлек йырҙарын йырланы, оҫта алып барыусы Гөлшат Абдрахманова залда ултырыусыларға тик кенә ултырырға ирек бирмәне, әленән-әле төрлө уйындарын уйнатып, йыр-бейеүҙә ҡатнаштырып ҡына торҙо. Эльвира һылыу бейегәндә, тамашасы түңәрәккә бейергә сыҡты. Уйындар барышында Әлфиә апай Кинйәбаева, Миңзәлә еңгә Хәкимова, Хвалындан ҡунаҡҡа ҡайтыусы Әлфиә апай Сөләймәновалар йәшлек йылдарының ҡыҙыҡлы мәлдәрен иҫләп уттеләр.

Кисә күмәк бейеү, бер-береһенә рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды. Рәхмәт ойошторған өсөн тиҙәр. Рәхмәт үҙегеҙгә, дәртләндереп йөрөүсө, уттай ҡыҙыу эш ваҡытында, ҡәҙерле минутығыҙҙы бүлеп, кисәне йәмләп, ауылдаштарыбыҙға ауыр эштәрендә ял сәғәттәре бүләк иткән өсөн! Кисәбеҙгә килеп, ҡатнашып актив тамашасы булғанығыҙ өсөн!

Резеда Аиткужина
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда