"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы"
Төпсән ауыл клубында "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы" тигән сара үтте. Тәҡлимә апай Гәрәеева дөйөм комплекслы гимнастикалар, уның файҙаһы тураһында һөйләп сараны башлап ебәрҙе. Мораҡ ауылында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Гөлшат Абдрахманова ауылдаштарының һорауы буйынса ҡайтып, дөрөҫ эшләнгән гимнастиканың организм өсөн ни кимәлдә файҙалы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, күнекмәләрҙе нисек дөрөҫ эшләргә өйрәтте. Һәр кем ихлас ҡушылып, тырышып хәрәкәттәрҙе ҡабатланылар. Уңайҙан файҙаланып, ҡәҙерле ваҡытын беҙгә сарыф иткән Гөлшат Ришат ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе еткерәһебеҙ килә.
Сараның икенсе өлөшөндә интеллектуаль уйындар уйнап, башҡортсаға бейеп, күңелле таралышты ауылдаштар. "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!"-ти улар.
Резеда Аиткужина, культорганизатор Тупчановского СК |
|