Главная » Статьи » Юлдыбаевский с/с » Тупчановский СК
Просмотров: 42 | Теги: Тупчановский СК

"Ағинәй юлы"
Мәҡсүт ауылында ойошторолған "Ағинәй юлы" тиеп аталған сарала ҡатнашып ҡайттыҡ.

Был тәрбиәүи сарала милли кейем, туған тел, йолалар, шулай уҡ МХО темаһы яҡтыртылып үтте. Ағинәйҙәр йырлап- бейеп кенә йөрөмәйҙәр, ә ысын мәғәнәһендә ил, донъя хәстәре менән янып йәшәйҙәр икән: егеттәргә ярҙам йөҙөнән сетка үреүҙә лә, шәмдәр яһауҙа ла, ойоҡбаштар бәйләүҙә лә ҡатнашҡандар.Һәр ауылдың ағинәйҙәр етәкселәре сығыштарынан һуң ошондай һығымтаға килдек.

Сараны Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәре, Исем ауылынан Люциә апай, Гөлфиә Хәсәновна уйлап, еренә еткереп ойошторғандар. Өфөнән килгән хөрмәтле ҡунағыбыҙ, Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының сығышы был йыйынға мәртәбә өҫтәне. Ишембай районынан да бер төркөм ҡунаҡтар килгәйне. Аяттан сүрәләр, мөнәжәт, бейеү, йыр, тематик шиғырҙар менән үрелеп барҙы был сара, күп файҙалы мәғлүмәттәр йыйып, йылы тьәҫораттар менән ҡайттыҡ.

Сараны ойоштороусыларға,шулай уҡ транспорт менән ярҙам итеүсе ауыл биләмәһе башлығы Илдар Наил улына, ваҡытын бүлеп йөрөтөп алып ҡайтҡан Рәфҡәт Рафаил улына ҙур рәхмәт.

Всего комментариев: 0
avatar
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Рейтинг@Mail.ru
Схема проезда