1 Март - Башҡорт ғәиләһе көнө
Барлыҡ ғәиләләрҙе лә ошо байрам менән ҡотлайым! Сәлих ауылында уңған, өлгөлө, тырыш Ринат менән Фиягөл Байгазаковтар ғәиләһе йәшәй. Быйыл Алла бирһә бергә йәшәүҙәренә 28 йыл тула. Улар 1 ул, 3 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бына тигән бөтә уңайлыҡтары булған өй һалып сыҡтылар.Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Фиягөл аш-һыуға оҫта хужабикә, йәй йортон гөл-сәскәгә күмә. Ринатҡа ла, егет кешегә - етмеш төрлө һөнәр тигән әйтеп тура килә. Бөтә эште лә урын-еренә еткереп башҡара. Балалары ла тәртипле, эшһөйәрҙәр. Йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашалар. Ринат менән Фиягөлдең ғәиләһендә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ теләйем! |
|