Главная » Статьи » Исимовский с/с » Янаульский СК
Просмотров: 748

«Ынйылар» биҙәне ял кисен
Мәҙәниәт йылында мәҙәни саралар бик йыш үткәрелеп тора. Яңыраҡ Яңауыл ауыл клубында район мәҙәниәт һарайының «Ынйылар» фольклор ансамбле килеп үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле концерт ҡуйып ҡыуандырҙы. Гөлсирә Йәһүҙина, Резеда Исламғолова, Рәмил Ҡотлоғужин, Римма Фәйезова, Рәил Хөсәйенов, Гөлсара апай Баймырҙина моңло йырҙар менән күңелдәрҙе әсир итте.

Әйткәндәй, клуб мөдире Зәйтүнә Буранбаева үҙе лә ошо фольклор ансамблендә ҡатнаша. Бынан тыш халҡыбыҙҙың боронғо йола байрамдарын күрһәттеләр. «Ашҡаҙар таңдары»нда еңеү яулаған «Хәйбулла байығы» риүәйәте буйынса ҡуйылған тамаша ла алҡыштарға күмелде. БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Хөснөтдинова сәхнә иҙәндәрен дер һелкетеп йөрәктәрҙе елкендерһә, Фатима апай Һөйәрғолова башҡарған мөнәжәттәрҙе, Мәғәфиә апай Яубаҫарованың шиғырҙарын, Зөлфиә апай Камалееваның моңло йырҙарын тамашасылар тын да алмай тыңланы.

Концертты матур итеп Әлфиә Ғүмәрова алып барҙы, тамашаны музыкаль яҡтан йәш баянсы Илшат Илмөхәмәтов биҙәне. Матур ял өсөн «Ынйылар»ға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Гөлнара Яҡупова.
Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Всего комментариев: 0
avatar
Полезные ссылки
  • Министерство культуры РБ
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Отдел культуры
  • Народный духовой оркестр

  • Рейтинг@Mail.ru
Контакты
Адрес:
453330, РБ, Кугарчинский р-н,
с.Мраково, ул.З.Биишевой, 80



(34789) 2-13-72 rdk-mrakovo@yandex.ru
Схема проезда